5 декабрь, Дүшәмбе

26 апрель 2012 йыл, 11:25

Олимпиада һәм Паралимпиада геройҙары өлгөһө патриотик тойғолар һәм сәләмәт быуын тәрбиәләүҙә ярҙам итәсәк

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

Сочиҙа үткән I Бөтә Рәсәй спорт журналистары форумы барышында Сочи-2014 Илсеһе алты тапҡыр паралимпия чемпионы Сергей Шилов һәм саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Ирина Громова 2014 йылғы Паралимпия уйындарының презентацияһын үткәрҙе. Сара барышында Уйындарҙа буласаҡ бөтә спорт төрҙәре һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән геройҙар хаҡында бәйән ителде. Улар – спортсылар һәм, ғөмүмән, тормошта нимәгәлер өлгәшергә теләгән кешеләр өсөн өлгө булып тора.

Шулай уҡ Олимпия комитеты эшмәкәрлеге хаҡында уның президенты Александр Жуков һөйләне, ул спортты һәм физик культураны пропагандалауға айырыуса иғтибар бүлде.

— Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында меңдән ашыу дәрес үткәрҙек. Мәктәптәргә беҙҙең олимпия чемпиондары килде, улар үҙҙәренең спорт төрө һәм Олимпия уйындары тарихы хаҡында һөйләне. Бындай дәрестәр балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күп уҡыусылар бынан һуң спортҡа мөнәсәбәтен үҙгәртә, улар олимпия хәрәкәтенең идеалдары хаҡында хәбәрҙар була, — тип билдәләне Александр Жуков.