Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

6 майҙа Өфөлә спорт ярыштары үткәрелеүе арҡаһында юлдар ябыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 67 йыллығына арналған Асыҡ еңел атлетика эстафетаһы үткәрелеүе сәбәпле, 6 майҙа иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гә тиклем ярыштар үткән урындарҙа автотранспорт хәрәкәте туҡтатыласаҡ.

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар Зәки Вәлиди – М.Ғафури – Пушкин – Совет урамдары маршруты буйынса үтәсәк.

Еңеүҙең 67 йыллығына арналған Өфө хакимиәте һәм «Молодежная газета» редакцияһы бүләктәренә 64-се Асыҡ еңел атлетика эстафетаһы ла 6 майҙа үткәрелә. Старт һәм финиш — «Динамо» стадионында (К. Маркс, 2). Ҡатнашыусыларҙың парады сәғәт 11-гә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть