Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөү Ҡариҙел районындағы законһыҙ сүплектәр мәсьәләһен хәл итергә тейеш

Иҡтисад

Ҡариҙел районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эш төркөмөнөң күсмә ултырышы үтте, район биләмәһен санитар таҙартыу схемаһын эшләү мәсьәләһе ундағы төп темаларҙың береһе булды.

Ҡариҙелдәге күсмә ултырышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бөгөнгө көндә ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы уларҙы күмеүгә йәки шәхси объекттарҙа оҙайлы ваҡыт һаҡлауға нигеҙләнгән. Сүп-сарҙы айырып йыйыу системаһы булмауы арҡаһында аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары менән бергә токсик компоненттары булған башҡа ҡалдыҡтар ҙа сүплеккә сығарып түгелә. Былар барыһы ла тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре фекеренсә, Ҡариҙелдә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөлөшөн ҡайтанан башлау район биләмәһендәге санкцияланмаған сүплектәр проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был объект 2011-2015 йылдарға Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһы сараларына индерелгән.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күсмә ултырыш йомғаҡтары буйынса Ҡариҙел районы хакимиәтенә территорияны санитар таҙартыу схемаһын әҙерләүгә бәйле эштәрҙе әүҙемләштерергә, шулай уҡ Ҡариҙелдә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөү буйынса проект-тикшеренеү эштәрен яңыртыу өсөн рөхсәт биреүсе документтарҙы әҙерләргә кәңәш ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть