4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2012 йыл, 10:29

Благовар районы шәкәр сөгөлдөрө сәсеү буйынса беренсе урында килә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шәкәр сөгөлдөрө сәсеү буйынса быйыл Благовар районы хеҙмәтсәндәре алдынғылыҡты бирмәй. Бел техник культура районда 1378 гектарҙа сәселгән, планда ҡаралғандың был 25 процентын тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында.

Шәкәр сөгөлдөрө республика буйынса дөйөм алғанда – 3004 га майҙанда (планда ҡаралғандың 5 проценты), көнбағыш  9899 га майҙанда (8 процент) сәселгән. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағышты быйыл ғәҙәттәгенән ике-өс аҙна алдан сәсә башланылар.

Көйөргәҙе, Миәкә райондары хужалыҡтарында көнбағыш сәсеү әүҙем алып барыла. Уларҙың иҫәбендә әле 2469 га (планлаштырылғандың 26 проценты) һәм 1800 га (30 процент).

Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы тәүлектә республика буйынса сәсеүлектәр дүрт процентҡа артҡан, был — бик яҡшы күрһәткес. Күп осраҡта бындай юғары темп бар хужалыҡтарҙа ла эштәрҙең ике сменала ойошторолоуы менән аңлатыла.

Шәкәр сөгөлдөрө быйыл Башҡортостанда 67 мең гектарҙы биләйәсәк. Был культураның майҙандарын аграрийҙар бер юлы биш процентҡа арттыра. Бындай тенденция киләһе йылда да һаҡланырға тейеш.

БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко һүҙҙәренсә, был культура иң табышлыларҙың береһе булып ҡала. Республиканың дүрт шәкәр заводын сеймал менән тәьмин итеү өсөн төбәктең кәм тигәндә 67-68 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре булырға тейеш.