6 декабрь, Шишәмбе

26 апрель 2012 йыл, 10:00

Сочиҙа Рәсәй спорт журналистарының беренсе форумы асылды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

2014 йылғы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы Сочиҙа шаршамбы, 25 апрелдә, беренсе Бөтә Рәсәй спорт журналистары форум-семинары асылды.

Рәсәй киң мәғлүмәт сараларының күп һанлы вәкилдәрен спорт ваҡиғаларын, шул иҫәптән Олимпия уйындарын яҡтыртыу буйынса төп принциптар менән таныштырыу форумдың төп маҡсаты булып тора. Сараны «Берҙәм мәғлүмәт үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Рәсәй Олимпия һәм Паралимпия комитеттары ярҙамында РИА Новости агентлығы, «Р-Спорт» спорт мәғлүмәттәре агентлығы ойоштора.

Сочиҙа 170-тән ашыу спорт журналисы йыйылды.

Форумды асыу тантанаһында, унда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Рәсәй Олимпия комитеты президенты Александр Жуков сығыш яһаны.

— Нәҡ һеҙҙең репортаждар, мәҡәләләр аша беҙҙең ил генә түгел, сит ил халҡы ла донъя кимәлендәге бындай мөһим сараның нисек үтеүе хаҡында, спортсылар, уларҙың ҡаҙаныштары тураһында хәбәрҙар буласаҡ, — тине Жуков, илдең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп. – Һәм һеҙҙең был сараларға биргән баһағыҙ күп йылдарға хәтерҙә һаҡланып ҡаласаҡ. Бөгөн Рәсәйҙә спорт журналистары эшмәкәрлегенә күп иғтибар бүленә, һәм РИА Новости агентлығының бындай ҙур ойоштороу эшен үҙ өҫтөнә алыуы бик яҡшы. Форум барышында алынған мәғлүмәт һеҙҙең өсөн файҙалы буласаҡ, тип ышанам. Рәсәй Олимпия комитеты менән РИА Новости араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре бик мөһим, — тине Рәсәй Олимпия комитеты президенты һәм РИА Новости агентлығының буласаҡ ҡышҡы Олимпиаданың милли хост-агентлығы статусына эйә булыуын иҫкә төшөрҙө.

— Беҙҙең спортсыларға ярҙам итеү һәм улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу зарур, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Жуков. – Ҡайһы бер публикацияларҙы уҡып, хайран ҡалам. Яңыраҡ бер абруйлы баҫмала беҙҙең тренерҙарҙың жулик булыуы һәм спортсыларыбыҙҙың Олимпиадала уңышлы сығыш яһай алмаясағы хаҡында уҡыным.

Журналистарға мөрәжәғәт итеп, РИА Новости агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Максим Филимонов та сығыш яһаны. «Форумдың уны ойоштороусыларҙың бенефисына әүерелеүен түгел, ә журналистар өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе тикшереү майҙансығына әйләнеүен теләнек», тип билдәләне ул.

— Уҡыусылар һәм тамашасылар юғары сифатлы мәғлүмәт ала алһын өсөн һеҙҙе дөйөм эшебеҙгә ҡағылышлы уй-фекерҙәрегеҙ, идеяларығыҙ, борсоған һорауҙарығыҙ менән бүлешергә һәм хеҙмәттәштәребеҙҙә булған һөнәри тәжрибә менән тартынмайынса ҡулланырға саҡырам, — тине илдең иң ҙур мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе исеменән сығыш яһаусы.

Форум-семинарҙа ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт менән Халыҡ-ара олимпия комитетының коммуникациялар буйынса директоры Марк Адамс сығыш яһаны:

— Тамашасылар Уйындарҙы профессиональ һәм тулы кимәлдә сағылдырыуға иҫәп тота, шуға күрә Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡышҡы Олимия уйындарында киң мәғлүмәт сараларының эшләү шарттары юғары кимәлдә булыуы хаҡында хәстәрлек күрә, — тип билдәләне ул.