Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Жак Рогге: «Спорт темаһын яҡтыртыусы Рәсәй журналистары – ысын профессионалдар»

Йәмғиәт

Сочиҙа үткән беренсе Бөтә Рәсәй спорт журналистары форумы-семинарында Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Жак Роггеның тәбрикләү һүҙен Рәсәй Олимпия комитеты башлығы Александр Жуков уҡып ишеттерҙе.

Был слетты үткәреү спорт темаһын яҡтыртыусы Рәсәй журналистарына үҙенең профессиональ репутацияһын нығытырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышана Жак Рогге:

— Спорт өлкәһендә эшләүсе Рәсәй журналистары үҙенең профессионализмы һәм компетентлығы менән билдәле. Форум, һис шикһеҙ, 2014 йылғы ҡышҡы Олимпиада уйындары алдынан һәм киләсәктә лә уларҙың репутацияһын нығытыуҙың мөһим этабы буласаҡ, — тиелә мөрәжәғәттә. — Тап һеҙҙең Сочиҙағы Олимпиада уйындарына әҙерлекте яҡтыртыу буйынса эшегеҙ бөйөк илегеҙҙең миллионлаған халҡының тормошона йоғонто яһаясаҡ. Һеҙҙең репортаждарығыҙ бөтә донъя аудиторияһына спорттың аң-белем таратыу көсөн күрһәтә һәм яңы ҡаҙаныштарға рухландыра, — тип билдәләне Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть