Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

«Торос» Юғары хоккей лигаһы чемпионы титулын яуланы

Йәмғиәт

Нефтекама «Торос»ы Төмәндең «Рубин»ында ҡунаҡта Юғары хоккей лигаһының 2012 йылғы плей-оффындағы бишенсе финал матчында еңеү яуланы – 2:1. Шулай итеп, Башҡортостан клубы Братина Кубогын алды.

Иҫәпте уйындың 6-сы минутында хужалар асты.

Ҡапҡасыны алтынсы уйынсыға алмаштырып, ҡунаҡтар һуңғы минуттарҙа еңелеүҙән ҡотолоп өлгөрҙө – 1:1, бында Станислав Голованов оҫталыҡ күрһәтте.

Овертаймда, 77-се минутта, нефтекамалылар Сергей Емелиндың тырышлығы менән еңеүҙе тартып алды, уға шул уҡ Головановтың пас биреүе ярҙам итте.

Станислав плей-оффтың был серияһындағы иң файҙалы уйынсы тип танылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть