9 декабрь, Йома

26 апрель 2012 йыл, 9:15

Йылайыр районында 130 һуғыш ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары торлаҡ сертификаттары алды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Йылайыр районында «Һуғыш һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы федераль законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә 130 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ сертификаттары алды. Улар араһында — 28 һуғышта ҡатнашыусы һәм инвалид, шулай уҡ  мәрхүм ветерандарҙың 102 ғаилә ағзаһы бар, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ветерандар өсөн торлаҡтың дөйөм хаҡы 131 миллион һумдан ашыу сумманы тәшкил итә.

2012 йылдың 1 апреленә ҡарата Йылайыр районында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә 31 кеше тора, башлыса улар — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары.