Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы халыҡ-ара ойошма составына инде

Сәйәсәт

Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы «Һуғыш ветерандарының йәмәғәт комитеты» (War veterans Committee) халыҡ-ара союзы составына индерелде.

Тейешле ҡарарға Халыҡ-ара союз рәйесе генерал-лейтенант Руслан Аушев ҡул ҡуйҙы. Был, үҙ сиратында, Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзына Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Иҡтисади һәм Социаль Советы янында махсус консультатив статусҡа эйә булыу мөмкинлеген бирә.

— Бындай юғары кимәлгә сығыу беҙгә төрлө халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген бирә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов. – Үҙебеҙ хаҡында белгертеп, сит илдәргә йышыраҡ сыға аласаҡбыҙ, шулай уҡ ветерандар ойошмаларының халыҡ-ара акцияларында ҡатнашып, яңы эшлекле бәйләнештәр булдыра аласаҡбыҙ. Өфөгә юғары сит ил ҡунаҡтары йышыраҡ килә башлаясаҡ. Бындай ҡарар донъя кимәлендә Башҡортостан статусын күпкә арттырасаҡ.

Уның һүҙҙәренсә, Руслан Аушев Башҡортостан ветерандарының эшенә юғары баһа бирә. Атап әйткәндә, генерал йәмәғәтселектең Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү буйынса башланғысын һәм республикала тормошҡа ашырылған «Йәшә һәм иҫлә» акцияһын хуплауын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть