5 декабрь, Дүшәмбе

25 апрель 2012 йыл, 17:00

Май байрамдарында почтала махсус эш режимы билдәләнә

автор: Любовь Колоколова

Республика халҡы май байрамдарында почтаның барлыҡ почта, финанс һәм мәғлүмәт-коммуникация хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡ. «Рәсәй Почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы клиенттарын өҙөклөктәрһеҙ хеҙмәтләндереү өсөн 30 апрелдән 2 майға һәм 7-һенән 10 майға тиклемге осорҙа почта элемтәһе бүлексәләрендә махсус эш режимы билдәләнә.

Шулай итеп, 30 апрелдә һәм 8 майҙа бөтә кластағы почта элемтәһе бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

1 һәм 9 май бөтә почта бүлексәләре өсөн дә ял көнө буласаҡ.

2, 7 һәм 10 майҙа почта элемтәһе бүлексәләре һәм бөтә кластағы почтамттарҙың клиенттар залы ғәҙәттәге режимда эшләйәсәк, тип хәбәр итә БР буйынса Федераль почта элемтәһе идаралығы.