9 декабрь, Йома

25 апрель 2012 йыл, 14:45

Өфөлә профсоюздарҙың Беренсе май акцияһы үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Рус драма театры алдындағы майҙанда «Ғәҙеллек төҙөү!» девизы аҫтында Беренсе май акцияһы үтәсәк. Уны ҡала хакимиәте ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы ойошторасаҡ. Байрам митингыһы 1 майҙа 12 сәғәттә башлана.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, лайыҡлы эш хаҡы, ышаныслы социаль гарантиялар, йәштәрҙең һәм ветерандарҙың именлеге, халыҡты тулыһынса эш һәм хәүефһеҙ эш шарттары менән тәьмин итеү акцияла ҡатнашыусыларҙың төп талаптары буласаҡ.

Акция сиктәрендә шулай уҡ концерт ойоштороласаҡ һәм «Беренсе май. Хеҙмәтсәндәр. Профсоюздар» балалар һүрәте конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. М.Ғафури исемендәге паркта балалар аттракциондары бушлай эшләйәсәк.

темалар: профсоюздар