4 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2012 йыл, 14:25

Башҡортостан вәкиле тәүгә Вашингтонда йәштәр саммитында сығыш яһаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан вәкиле Әлфиә Әкрәмова июнь башында Вашингтонда «Оло егерме» һәм «Оло һигеҙ» илдәренең йәштәр саммитында ҡатнашасаҡ Рәсәй делегацияһы составына инде. Йәштәр саммитын үткәреү тарихында бындай кимәлдәге сарала Башҡортостан исеменән тәүгә сығыш яһаясаҡтар.

Кандидаттар һайлау буйынса конкурс бөтә ил буйлап үтте, Калининградтан алып Владивостокка тиклем йәш белгестәр заявкалар бирҙе. Улар менән танышҡандан һуң, 100-ҙән ашыу кеше һайлап алынды. Улар иҫәбенә Әлфиә Әкрәмова ла эләкте.

Һайлап алыуҙың артабанғы этаптарында ул эссе буйынса конкурс аша үтте, бәйге комиссияһы эксперттары менән әңгәмәләшеү үтте, шулай уҡ аналитик мәсьәләләр систе. Финал туры алдынан 40 дәғүә итеүсе ҡалған ине, һәм улар араһында – Башҡортостан вәкиле.

Вашингтонда Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ ҡатнашыусыларҙың исеме февралдә иғлан ителде. Мартта Мәскәүҙә интенсив әҙерлек саралы үтте: РФ Президенты Хакимиәтендә, РФ Сит ил эштәре министрлығында һәм Финанстар министрлығында, шулай уҡ РФ Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында семинарҙар һәм тренингтар ойошторолдо.

темалар: йәштәр,саммит