Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда туристик миҙгел асыла

Иҡтисад

Байрам алдынан, 29-30 апрелдә, Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яҙғы-йәйге туризм миҙгелен асыу тантанаһы үтәсәк. Был уңайҙан туристар Һаҡмар йылғаһы буйлап һалда ағып төшөргә ниәтләй.

Былтыр ошондай уҡ сарала республика ҡалаларынан тыш,  Екатеринбургтан, Пермдән, Ырымбурҙан, Силәбенән, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һыу туризмы менән мауығыусылар ҡатнашҡайны. Туристик миҙгелде асыу район һәм республика тормошондағы ҙур ваҡиғаға әүерелде, унда ҡатнашыусыларҙа матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Был йоланы дауам итеп, 29 апрелдә Йылайыр районындағы миҙгелде асыу тантанаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр йыйыла.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, туристарға туҡланыу өсөн экологик яҡтан таҙа тәбиғи аҙыҡ-түлек, башҡорт милли аш-һыуҙары тәҡдим ителәсәк.  

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть