9 декабрь, Йома

25 апрель 2012 йыл, 13:45

БР Төҙөүселәр союзы: «Социаль торлаҡты дәүләт төҙөргә тейеш»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә торлаҡҡа хаҡтарҙың тотороҡло артыуы күҙәтелә. Йыл башынан алып баш ҡаланың икенсел торлаҡ баҙарында квадрат метрҙың хаҡы алты процентҡа күтәрелгән һәм 53 мең һумдан ашып киткән. Уны арзанайтыу өсөн иң элек күсемһеҙ милектең категорияларын билдәләргә кәрәк. Был турала Башҡортостандың Төҙөүселәр союз идараһы рәйесе Рәшит Мәмлиев хәбәр итте.

— Бөгөн беҙҙә аҡсалары булған кешеләр баҙарҙа иркен һатып ала алған коммерция төрөндәге торлаҡ, шулай уҡ ипотека һәм башҡа льготалы программалар буйынса һатылыусы торлаҡ бар, — тине ул.

Рәшит Мәмлиев һүҙҙәренсә, социаль торлаҡты дәүләт төҙөргә тейеш. Бынан тыш, бүленгән ер участкаларына ревизия яһарға кәрәк.

— Өфөлә әлеге мәлдә бүленгән һәм төрлө стадияла төҙөлөш эштәре алып барылған 1,2 миллион квадрат метр самаһы ер участкаһы бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Төҙөүселәр союз идараһы рәйесе. – Был участкаларҙың бер өлөшөн кире алып, социаль торлаҡ төҙөлөшөнә бирергә кәрәк. Хаҡтарҙы төшөрөр өсөн күләмле төҙөлөш алып барылырға тейеш. Төҙөлөш күләмдәре ҙурыраҡ булған һайын, хаҡтар түбәнерәк буласаҡ. Күләмдәрҙе арттырабыҙ тиһәк, ҡулланыусылар һорауын булдырыу зарур.

темалар: торлаҡ,төҙөлөш