8 декабрь, Кесе йома

25 апрель 2012 йыл, 12:31

Төбәктә баскетболды үҫтереү мөмкинлектәре тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында кесе йома, 26 апрелдә, билдәле баскетболсы, олимпия чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры һәм «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһының почетлы президенты Сергей Белов ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Унда шулай уҡ олимпия чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1992) Светлана Антипованың һәм «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһының генераль директоры Алексей Фроловтың ҡатнашыуы көтөлә.

Сара сиктәрендә республикала баскетболды үҫтереү мөмкинлектәре тикшереләсәк. Һүҙ «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты, Студенттар баскетболы ассоциацияһы чемпионаты, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә тренерҙар эшмәкәрлеге хаҡында барасаҡ.

Түңәрәк өҫтәл эшендә БР Баскетбол федерацияһы вәкилдәре, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директорҙары, физик культура факультеты студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашасаҡ.

Сара 2-се уҡыу корпусының 207-се бүлмәһендә 14.30 сәғәттә башлана.