8 декабрь, Кесе йома

25 апрель 2012 йыл, 12:00

2 майға тиклем һалым инспекциялары оҙайтылған график буйынса эшләй

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2012 йылғы декларация кампанияһы тамамланыуға теүәл бер аҙна ваҡыт ҡалды. Быйыл ял һәм байрам көндәренең күсерелеүе сәбәпле, бығаса 30 апрель менән сикләнгән табыштар буйынса мәғлүмәт биреү срогы киләһе шаршамбы, 2 майҙа, тамамлана.

Һалым түләүселәргә уңайлы булһын өсөн Башҡортостандың һалым инспекциялары апрель дауамында көсәйтелгән режимда эшләй: ғәҙәти көндәрҙә 20.00-гә тиклем булһа, шәмбелә — 18.00-гә ҡәҙәр, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, торлағын йәки башҡа мөлкәтен ҡуртымға биргән өсөн түләү алған, өс йылдан кәмерәк ваҡыт дауамында шәхси милке булған мөлкәтен һатыуҙан килем алған, лотереялар, тотализаторҙарҙан аҡса отҡан, сәнғәт әҫәрҙәре һәм фәнни эштәр, шулай уҡ уйлап табылған нәмәләр һәм сәнәғәт өлгөләре авторҙары хоҡуғы вариҫтары, шәхси эшҡыуар булмаған физик шәхестәрҙән (яҡын булмаған туғандарынан) бүләккә күсемһеҙ милек, транспорт саралары, акциялар, өлөш, пай алған кешеләр, нотариустар, адвокаттар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе башҡа граждандар, шәхси эшҡыуарҙар 2011 йылда алынған табышы тураһында 3НДФЛ формаһы буйынса иҫәп-хисап бирергә тейеш.

Тотоп ҡалынған һалым аҡсаһын алырға теләгәндәр йыл дауамында 3НДФЛ формаһы буйынса декларация бирә ала.