Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Хәйбуллалар Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында булды

Йәмғиәт

Хәйбулла районы делегацияһы визит менән Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Оло Сурай ауылында булды. Делегация составында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ибраһимов, шулай уҡ райондың ижади коллективтары булды.

Визит сиктәрендә ауыл халҡы өсөн концерт ойошторолдо, Башҡортостан һәм Хәйбулла районы тураһындағы баҫма продукция таратылды.

Күршеләр араһындағы дуҫлыҡ нығыныр, ә башҡорт ауылдары, халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен һәм телен һаҡлап, артабан үҫешер, тигән ышанысын белдерҙе хәйбуллалар.

Ҡыуандыҡ районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәбит Тайгунов ауыл халҡы өсөн ойошторолған байрамдың әһәмиәтле булыуын билдәләне.

— Саралар башҡорт ауылы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бик оҡшаны, — тип белдерҙе Ғәбит Тайгунов. – Айырыуса «Сиҙәм» һәм «Йондоҙсоҡ» балалар ансамблдәренең, шулай уҡ профессиональ артистарҙың сығыштарын билдәләп үтке килә. Бындай сараларҙы үткәреү мөһим, сөнки улар башҡорт халҡының бай мираҫы менән таныштыра. Яҡын күршеләребеҙ – хәйбуллалар беҙҙең өсөн өлгө булып тора, шуға күрә һәр ваҡыт улар менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырышабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть