3 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2012 йыл, 11:15

Легендар Николай Красников «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

25 апрелдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы Николай Красниковтың онлайн-конференцияһы үтә.

Урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем сайтҡа ингән һәр кеше, порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, билдәле спортсыға мөрәжәғәт итә ала.

i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Николай Красниковтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.