3 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2012 йыл, 11:14

Григорий Букреев Өфөләге Калинин районының яңы башлығы итеп тәғәйенләнде

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөләге Калинин районының яңы башлығы итеп Григорий Букреев тәғәйенләнде. Уның менән контрактҡа ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов дүшәмбе көнө ҡул ҡуйҙы.

Бығаса район менән 10 йылға яҡын етәкселек иткән Герман Мартынов, муниципаль хеҙмәттә булыуҙың сикке йәшенә етеү сәбәпле, отставкаға китте. Яңы башлыҡҡа ябай булмаған хужалыҡ эләкте. Районда сауҙа һәм мәҙәни-күңел асыу үҙәктәрен төҙөү, парктарҙы һәм ял итеү урындарын төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр талап ителә. Әммә Григорий Букреев был мәсьәләләрҙе хәл итә алыр, тип ышана ҡала властары. Райондағы хәлдәр уға яҡшы таныш. Һуңғы ваҡытта ул район башлығы урынбаҫары булып, ә унан алда райондың эре заводы — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләне.