11 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2012 йыл, 10:59

Өс район аграрийҙары ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Баймаҡ, Илеш һәм Хәйбулла райондары хужалыҡтары ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Баймаҡ, Балаҡатай, Илеш, Ишембай, Миәкә һәм Федоровка райондары хеҙмәтсәндәре иһә дым ҡаплау эштәрен ослаған.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда тырматыуҙы тамамлаған 16 район иҫәпләнә,  өс район – ужым культураларын, 13 район — күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу эштәрен тулыһынса атҡарып сыҡҡан.

Әле яҙғы баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле. Тупраҡтағы дым запасы үҫемлектәргә июль-августа күҙалланған ҡоролоҡло осорға тиклем нығынырға мөмкинлек бирһен өсөн, ауыл эшсәндәре сәсеүҙе ҡыҫҡа агротехник сроктарҙа башҡарып сығырға тырыша.  

Башҡортостандың аграр ведомствоһы башлығы Эрнст Исаев, 10 майға төбәктә иген сәсеп бөтөләсәк, тип иҫәпләй. Әле республика баҫыуҙарында 14 меңдән ашыу трактор эшләй. Сәсеү ике сменала алып барыла. 178 мең гектар майҙанда (планда ҡаралғандың туғыҙ проценты) яҙғы сәсеү үткәрелгән, шул иҫәптән 156 мең гектарҙа яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән  (планлаштырылғандың 13 проценты).