Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң ХХ ултырышына әҙерлек алып барыла

Иҡтисад

Кисә, 24 апрелдә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда Өфөлә 29 майҙан 1 июнгә тиклем үткәреләсәк сәнәғәт округтары һәм бәләкәй, урта бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң ХХ ултырышына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетынын киңәйтелгән ултырышы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов алып барҙы.

Ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Италияның Рәсәйҙәге Илселегенең һәм Рәсәйҙең Италиялағы Сауҙа вәкиллегенең вәкилдәре килде.

— Башҡортостанға 100-гә яҡын итальян эшҡыуарҙары килә. Өфөләге форум Италия бизнесмендары өсөн республика менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирәсәк.  Был сара беҙҙең өсөн оло практик әһәмиәткә эйә. Беҙ тәүге тапҡыр Рәсәй төбәктәренең береһенә ошондай ҙур танышыу сәфәрен ойошторабыҙ, — тине Италияның Рәсәйҙәге Илселегенең беренсе сауҙа советнигы Леонардо Бенчини.  

Башҡортостан эшҡыуарҙары ла был сараны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтә. Бөгөнгө көндә республиканың 40 муниципаль берәмегенән 300-ҙән ашыу урта һәм бәләкәй бизнес вәкиле теркәлгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙың анкеталары РФ Иҡтисади үҫеш министрлығына тапшырылған. Был анкеталар бөтә Италияға – уның һәр төрлө предприятиеларына, йәмәғәт эшҡыуарлыҡ берекмәләренә таратылған. Майҙа Өфөлә проект авторҙары менән осрашып, артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тураһында ентекләп һөйләшер өсөн, Италия бизнесмендары әле проекттарҙы өйрәнеп, үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлыларын һайлай.  

Әйтергә кәрәк, Эш төркөмө ултырыштары нигеҙҙә ғәмәли характерҙа була һәм пленар ултырыштарҙан тыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса Италия һәм Рәсәй эшҡыуарҙарының осрашыуҙарын күҙ уңында тота. Шуның арҡаһында теркәлгән эшҡыуарҙарҙың барыһы ла биш тематик секцияға (түңәрәк өҫтәлдәргә) бүленгән.

Эш төркөмөнөң ХХ ултырышы сиктәрендә энергия һаҡлау технологиялары, төҙөлөш һәм биҙәү материалдары өлкәһендәге яңы технологиялар, экотехнологиялар һәм материалдар, ағас эшкәртеү, мебель етештереү, дизайн һәм архитектура; медицина һәм фармацевтика өлкәһендәге яңы технологиялар, биотехнологиялар; аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге яңы технологиялар, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау технологиялары, ҡаптарға төрөү, туңдырыу, логистика, ресторан бизнесы; машиналар эшләү, еңел автомобилдәр, запчастар һәм комплектлаусы изделиелар эшләү, самолеттар эшләү, быяла етештереү, текстиль сәнәғәте кеүек темалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған.

Бынан тыш, Рәсәй һәм Италия эшҡыуарҙары араһында тура бәйләнеш булдырыу маҡсатында предприятиеларға танышыу сәфәре ойоштороласаҡ.

Италияның Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкиле Мария Антанелли билдәләүенсә, Эш төркөмө ултырыштары йылына ике тапҡыр ойошторола: яҙғыһын – Рәсәйҙә, көҙөн – Италияла. Хөкүмәт-ара кимәлдә уҙғарылғанға күрә, улар иҡтисади миссия ғына булып ҡалмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть