10 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2012 йыл, 10:32

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин менән осрашты

автор: «Башинформ»

24 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин менән осрашыуы үтте, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыу барышында Рәсәйҙә, шул иҫәптән төбәктә закондар сығарыу базаһын үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһын иҡтисади йәһәттән үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Осрашыуҙа Дәүләт Думаһы спикерының ағымдағы йылдың көҙөндә Башҡортостан Республикаһына визиты хаҡында һөйләшеп килешелде.