3 декабрь, Шәмбе

25 апрель 2012 йыл, 10:16

Төбәк башлығы музыкант Олег Кирәевкә «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһен тапшырҙы

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

24 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов музыкант Олег Кирәевкә «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһен тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был маҡтаулы исем уға Башҡортостан Президентының 2012 йылдың 1 мартындағы Указы менән Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелде.

— Яңы исемгә лайыҡ булып, Олег Хөсәйен улы беҙҙе концертҡа саҡырыр, тип уйлайым, — тине Рөстәм Хәмитов, артисҡа награда тапшырып.

Олег Кирәев республика башлығына юғары награда өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Хәмитовты «Европа, донъя сәнғәтен яратҡан һәм беҙҙең милли фольклорға һаҡсыл ҡарашта булған кеше» буларҡ белеүен билдәләне.

— Мин үҙ тормошомда беҙҙең туған моңдарҙы джаз менән берләштереү менән шөғөлләндем. Бының ярҙамында күптәр ҡумыҙ менән ҡурайҙың нимә икәнен белде, — тине музыкант.