11 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2012 йыл, 9:46

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

24 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты, сараны Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Кремль һарайының Георгий залында үткән ултырышта Хөкүмәт вәкилдәре, РФ Президенты Хакимиәте етәкселеге, төбәк башлыҡтары, юғары суд рәйестәре, Федераль Йыйылыштың ике палатаһы спикерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, бизнесмендар ҡатнашты.

Унда Рәсәй иҡтисадындағы тенденциялар, халыҡты социаль яҡлау, эшһеҙлек, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү, төбәктәр һәм федераль үҙәк араһында хоҡуҡтарҙы һәм финанс ресурстарҙы бүлеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яңыртыу, инновациялар һәм электрон технологиялар индереү, демография сәйәсәте мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.