Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Почтальондар ветерандарға Еңеү көнө айҡанлы президент ҡотлауҙарын тапшыра

Йәмғиәт

24 апрелдән Башҡортостанда, бөтөн Рәсәйҙәге кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеүҙең 67 йыллығы уңайынан Рәсәй Президентының шәхси ҡотлауҙарын алып барып еткереү буйынса күләмле эш башланды.

Рәсәй Президенты ҡотлауҙарын почтальондар адресаттарҙың ҡулына тапшыра, әммә ҡотлауҙы алғанда ҡултамға ҡуйыу мотлаҡ түгел. Улар 30 апрелгә тиклем тапшырылып бөтәсәк. Шул уҡ мәлдә ветерандар планлаштырылған ваҡытта хат алып өлгөрмәһә, ҡотлауҙар, адресаттарҙы көтөп, бер ай дауамында почта бүлексәһендә һаҡланасаҡ.

«Рәсәй Почтаһы» хеҙмәткәрҙәре исемле ҡотлауҙарҙы тапшырмайынса ҡалмаясаҡ, кәрәк булһа, ветерандарҙың яңы адрестарын асыҡлаясаҡ. Күрһәтелгән ваҡытта аҡланырлыҡ сәбәптәр буйынса тапшырылмай ҡалған ҡотлауҙар ебәреүсеһенә кире ҡайтарыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть