3 декабрь, Шәмбе

24 апрель 2012 йыл, 17:42

Төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыу ғәмәлен тергеҙергә кәрәк, тип иҫәпләй Рәсәй Президенты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ил Президенты Дмитрий Медведев, Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, йәмғиәттең Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын һайлап ҡуйыу системаһына кире ҡайтыуға әҙер булыуын билдәләне.

— Үҙ ваҡытында төбәк етәкселәрен һайлап ҡуйыу системаһын туҡтатырға мәжбүр булғайныҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – 90-сы йылдарҙан ҡалған тотороҡһоҙ сәйәси системаны санациялау һәм һауыҡтырыу талап ителде. Был маҡсаттарға ирештек, сепаратизм тенденциялары туҡтатылды. Эре сәйәси партиялар бөтә төбәк парламенттарында фракциялар булдырыуға иреште. Система стабилләште, әммә унда торғонлоҡ билдәләре күҙәтелә башланы.

Дмитрий Медведев фекеренсә, хәҙер төбәктәрҙә йәшәүсе халыҡҡа үҙенә сәйәси тормошта ҡатнашыу мөмкинлеген бирергә кәрәк, атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын һайлап ҡуйыу хоҡуғын биреү.

— Губернаторҙарҙы һайлап ҡуйыу, партияларҙың ирекле рәүештә теркәлеүе, парламент һайлауҙарының яңы тәртибе йәмғиәттәге сәйәси мәҙәнилек кимәленең юғары булыуы хаҡында һөйләй, — тип иҫәпләй ил башлығы. – Демократия хәҙер әрләү һүҙе түгел, илдә уның абруйы тергеҙелә.