10 декабрь, Шәмбе

24 апрель 2012 йыл, 16:10

Дмитрий Медведев төбәк хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе яҡлап сығыш яһаны

автор: Людмила Терновая

Бөгөн Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ил Президенты Дмитрий Медведев төбәктәрҙең хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе яҡлап сығыш яһаны. Уның фекеренсә, федераль бюджеттан йүнәлтелгән субсидия һәм субвенцияларҙы төбәктәр үрҙән артыҡ сикләүҙәрһеҙ үҙаллы файҙалана алырға тейеш.

— Бер нисә йыл эсендә төбәктәр һәм муниципалитеттар үҙаллы файҙаланасаҡ ресурстар күләмен ярайһы уҡ киңәйтергә тейешбеҙ, — тип белдерҙе ил Президенты. – Уны яҡынса бер триллион һумға арттырыу планлаштырыла.

Дмитрий Медведев бының күп төбәктәрҙең үҫешенә импульс бирәсәгенә ышана.