Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша, сара Кремлдең Георгий залында үтә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев һуңғы дүрт йыл эсендә Рәсәй дәүләтен үҫтереүгә йомғаҡ яһай, илде үҫтереү идеологияһын, уның киләсәккә өҫтөнлөктәрен билдәләй.

Ултырышҡа Хөкүмәт вәкилдәре, Президент Хакимиәте етәкселеге, төбәк башлыҡтары, юғары суд рәйестәре, Федераль Йыйылыштың ике палатаһы спикерҙары, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, бизнесмендар саҡырылған. Дәүләт Советы ултырышында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры, тарих фәндәре докторы Айһылыу Юнысова ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть