Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

«Бельские просторы» журналы II «Шәп тормошом» республика конкурсына йомғаҡ яһай

Йәмғиәт

«Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналы II «Шәп тормошом» республика конкурсына йомғаҡ яһай. Бәйге үткән йылдың сентябрендә иғлан ителде.

Мәктәп, гимназия, лицей уҡыусылары араһында нәфис әҙәбиәтте популярлаштырыу һәм йәш таланттарға ярҙам итеү конкурстың төп маҡсаты булып торҙо.

Бәйге Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Мәғариф министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм төбәктең Журналистар союзы ярҙамында ойошторолдо.

Аҙаҡҡы саралар республика Президенты менән иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә үтә.

Конкурста 400-ҙән ашыу бала ҡатнашты, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Бихисап эштәр «Классный журнал» балалар баҫмаһында донъя күрҙе.

Бәйгегә йомғаҡ йома, 27 апрелдә, яһаласаҡ. Сара М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия академияһында 14 сәғәттә үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть