Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башланды

Йәмғиәт

Еңеү көнөн билдәләү сиктәрендә «Георгий таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Ул 9 майға тиклем дауам итәсәк.

Акция сиктәрендә волонтерҙар үтеп барыусыларға таҫмалар таратасаҡ. Ойоштороусылар фекеренсә, был билдәне тағып йөрөү патриотизм һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хәтерләү символы буласаҡ. Бер нисә мең Георгий таҫмаһы төбәктең ҡала һәм ауылдарында таратыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының йәштәр эштәре һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин билдәләүенсә, таҫмалар хәрби-патриотик саралар үткәреү урындарында таратыласаҡ. Был билдәләрҙе тағып йөрөү, Руслан Ғизәтуллин фекеренсә, һуғыш ветерандарын йәш быуын менән берләштерә.

Белешмә өсөн. «Георгий таҫмаһы» акцияһы тәүге тапҡыр бер нисә мәғлүмәт агентлығы һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаһы менән 2005 йылда ойошторолдо. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып, ойоштороусылар билдәләүенсә, унда донъяның унлаған иле ҡатнашҡан, бөтә донъя буйлап 60 миллиондан ашыу Георгий таҫмаһы таратылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть