6 декабрь, Шишәмбе

24 апрель 2012 йыл, 13:51

Башҡортостан дөйөм Рәсәй янғынға ҡаршы кампанияһында ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙә «АнтиПАЛыч» янғынға ҡаршы кампанияһы старт алды. Илдең 30-ҙан ашыу төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан унда ҡатнашырға теләк белдергән.

Янғынға ҡаршы акцияны ойоштороусылар булып Федераль урман хужалығы агентлығы һәм «ЭКА» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.

Апрель-май дауамында Рәсәй төбәктәрендә белем биреү акциялары ойоштороласаҡ. Халыҡҡа янғынды иҫкәртеү буйынса саралар һәм янғын сыҡҡанда күрелергә тейеш саралар хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, 95 процент осраҡта урман янғындары кеше факторы арҡаһында сыға. Урмандарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн йәмәғәтселек көстәрен берләштереү зарур.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер һәр кеше урман янғындары тураһында мәғлүмәт биреүҙән тыш, урманда күҙәтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ла хәбәр итә ала. Урман һағының тура линияһы телефоны: 8(347) 262-40-39. Шулай уҡ федераль номерҙан файҙаланырға мөмкин: 8-800-100-94-00 (шылтыратыу бушлай).