Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Май айынан башлап граждандар дәүләт менән электрон почта ярҙамында хатлаша аласаҡ

Йәмғиәт

Дәүләт органдарына ебәрелгән мөрәжәғәттәренең әле ниндәй чиновниктар тарафынан ҡаралыуы тураһындағы мәғлүмәт рәсәйлеләрҙең шәхси электрон йәшниктәренә ебәреләсәк. Дәүләт электрон почта системаһын май айында ҡулланылышҡа индереү планлаштырыла.

— Бындай инструментты төҙөгәнбеҙ, майҙа беҙ уны проект ҡеүәтенә эшкә ҡушырға ниәтләйбеҙ, — тип белдерҙе Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев. — Был граждандарыбыҙ менән ике яҡлы элемтә каналы буласаҡ. Һәр гражданға бер почта йәшниге асыласаҡ, был осраҡта дәүләт уға шәхсән мөрәжәғәт итеп, дәүләт хеҙмәттәре алыу булһынмы ул йәки закондар сығарыуға бәйле һәм башҡа инициативалармы, мөрәжәғәттәренең яҙмышы тураһында мәғлүмәт бирә аласаҡ.  

Шулай уҡ 2012 йыл урталарында берҙәм электрон демократия порталы эшләй башлаясаҡ. Был чиновниктарҙың халыҡ менән кире бәйләнешен булдырыуҙың тағы бер ысулы, ошоноң арҡаһында граждандар власть органдары эшмәкәрлеген баһалай һәм үҙҙәренең инициативалары менән сығыш яһай аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть