Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр форумы үтә

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында «Баланы тәрбиәгә алған ғаилә — йылы йорт» республика форумы үтә. Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан опекундар (попечителдәр), баланы тәрбиәгә алған ата-әсәләр, патронат тәрбиәселәр, баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусылар, шулай уҡ опека һәм попечителлек органдары белгестәре, республиканың дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт, хәйриә ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре йыйылды.

Форум сиктәрендә баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә ярҙам итеүгә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу системаһын үҫтереү һәм камиллаштырыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр; баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә медицина һәм социаль-психологик ярҙам күрһәтеү; баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙе әҙерләү һәм уларҙы оҙатып барыу мәсьәләләре тикшерелә.

Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Республика етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу үҙәге ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть