8 декабрь, Кесе йома

24 апрель 2012 йыл, 12:03

«Башинформ» агентлығына БР Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хаты тапшырылды

автор: Марина Шумилова

БР Үҙәк һайлау комиссияһы 2011 – 2012 йылдарҙа үткән федераль парламент һәм президент һайлауҙарын оператив һәм киң яҡтыртҡаны өсөн «Башинформ» агентлығын Рәхмәт хаты менән билдәләне. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова 24 апрелдә агентлыҡтың мәғлүмәт хеҙмәте коллективы менән осрашып, «Башинформ» агентлығының генераль директоры Максим Ульчевҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Нәйлә Алтынова «Башинформ» агентлығының һайлауҙарҙы яҡтыртыуға индергән өлөшөн юғары баһаланы һәм Башҡортостанда көтөлгән киләһе һайлау кампанияларын телгә алып китте (2012 йылдың октябрендә республикала муниципаль район советтары депутаттары һайланһа, киләһе йылда БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙар үтәсәк) һәм, БР Үҙәк һайлау комиссияһы менән урындарҙағы һайлау комиссияларының республиканың төп мәғлүмәт агентлығы менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге дауам ителер, тигән ышанысын белдерҙе. Максим Ульчев, үҙ сиратында, агентлыҡ артабан да һайлаусыларға мәғлүмәт биреү буйынса үҙ миссияһын юғары профессиональ кимәлдә башҡарасаҡ, тип билдәләне.