Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

«Башавтотранс» майҙың тәүге декадаһында ветерандарға бушлай юл йөрөү хоҡуғы бүләк итә

Йәмғиәт

Башҡортостанда һуғыш ветерандары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй аласаҡ. Бында пассажирҙар ташыусы «Башавтотранс» дәүләт компанияһы тураһында һүҙ бара.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылдың 1 – 10 майында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары ҡала эсендәге, ҡала яны һәм ҡала-ара автобустарҙа бушлай юл йөрөү хоҡуғынан файҙалана ала.

Әйткәндәй, йөрөү күләме сикләнмәгән. Бушлай билет алыу өсөн кондукторға ветеран танытмаһын күрһәтеү ҙә етә.

— Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Еңеү яулағандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ, —ти «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Алексей Клуг. – Май байрамдарында ветерандар фронтташ дуҫтарына, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренә барыуҙы планлаштыра ала. Автотранспортта бушлай йөрөү мөмкинлеге улар өсөн Башҡортостан эсендә генә түгел, бөтә ил буйынса сәфәргә сыҡҡанда ла ярҙам буласаҡ.  

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙан тыш 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем ғәмәлдәге армия составына инмәгән хәрби частарҙа, учреждениеларҙа, хәрби уҡыу йорттарында алты айҙан ашыу хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр; үрҙә күрһәтелгән осорҙа хеҙмәт иткән өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән наградланған хәрбиҙәр, блокадалы Ленинградты үткән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һауа һөжүменән һаҡланыу объекттарында, оборона ҡоролмалары, хәрби диңгеҙ базалары, аэродромдар һәм башҡа төрлө хәрби объекттар төҙөлөшөндә, флоттың операциялар алып барылған зоналарында, фронт янындағы тимер юл һәм автомобиль юлдарында эшләгән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа башҡа дәүләттәр портына индерелгән транспорт флоты суднолары экипажының ағзалары, шулай уҡ әүәлге бәлиғ булмаған фашизм тотҡондары ла майҙың беренсе декадаһында «Башавтотранс» маршруттарында бушлай йөрөй ала.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть