10 декабрь, Шәмбе

24 апрель 2012 йыл, 11:44

Сергей Собянин: «Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре беҙҙең төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек итеү тарихында яңы бит асасаҡ»

автор: Сергей Захаров

Мәскәү мэры Сергей Собянин Рәсәйҙең баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреү айҡанлы төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовҡа сәләмләү хатын ебәрҙе.

«Мәскәү Хөкүмәте исеменән һәм шәхсән үҙемдең исемдән һеҙҙе һәм һеҙҙең йөҙҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре программаһын ойоштороусыларҙы, унда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ысын күңелдән сәләмләйем», — тиелә хатта.

«Мәскәүҙә үткән күп һанлы байрамдар, эшлекле һәм ижтимағи-сәйәси саралар араһында Башҡортостан Республикаһы көндәре айырыуса урын биләй. Был беҙҙең төбәктәр араһындағы юғары кимәлдәге үҙ-ара ышанысҡа, мәскәүлеләрҙең туғандаш Башҡортостан халҡына ҡарата ихтирамына бәйле. Башҡортостан менән беҙҙе быуаттар дауамында килгән дуҫлыҡ традициялары, тотороҡло сауҙа, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр берләштерә», тиелә сәләмләү хатында.

— Ике яҡлы хеҙмәттәшлектең бөгөнгө этабында беҙҙең мөнәсәбәттәр стратегик партнерлыҡты һәм үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүҙе үҫтереү юлында. Мәскәү һәм Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы оҙайлы сроклы яңы килешеү һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса берлектәге эшмәкәрлек тураһындағы протокол быға асыҡ миҫал булып тора. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә уларға ҡул ҡуйыу планлаштырыла, — тиелә сәләмләү хатында.

«Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә үткәреләсәк саралар беҙҙең төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек итеү тарихында яңы бит асасаҡ, баш ҡала һәм Башҡортостан халҡы именлегенә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе артабан үҫтерергә ярҙам итәсәк», тигән ышанысын белдерҙе Сергей Собянин.

Мәскәү мэры Рөстәм Хәмитовҡа, байрамда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға, шулай уҡ Башҡортостан халҡына ныҡлы һаулыҡ, яңы уңыштар, именлек теләне, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре 26-28 апрелдә үтәсәк. Улар республиканың Рәсәй субъекттары менән хеҙмәттәшлек итеүен нығытыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында ойошторола.

Был көндө илдең баш ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын ҙур мәҙәни программа көтә. Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда төбәктең сәнғәт оҫталары концерты, «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» фотокүргәҙмәһе, республика дизайнерҙарының кейемдәр коллекцияһын күрһәтеү, төбәк нәшриәттәрендә баҫтырылған китаптарҙың күргәҙмә-йәрминкәһе ойоштороласаҡ. Шулай уҡ «Яңы манеж» күргәҙмәләр залында Башҡортостан Рәссамдар союзы күргәҙмәһе үтәсәк. «35 мм» кинотеатрында Башҡортостан киноһы көнөн үткәреү планлаштырыла.