Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт «Башнефть» компанияһының берҙәм акцияға күсеүен хупланы

Иҡтисад

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең компанияға үҙенең бүлендек предприятиеларын — «Өфө нефть эшкәртеү заводы», «Новойл», «Уфанефтехим», «Башкирнефтепродукт» һәм «Ырымбурнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрен ҡушыу тураһындағы үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе, тип хәбәр итә компанияның матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл 11 мартта «Башнефть» үрҙә күрһәтелгән бүлендек йәмғиәттәрен ҡушыу аша үҙгәртеп ҡороу программаһын башлауы (берҙәм акцияға күсеүе) тураһында иғлан иткәйне. Был үҙгәртеп ҡороу предприятие эшмәкәрлегенең үтә күренмәлелеген арттырыуға, корпоратив идара итеүҙең сифатын һәм һөҙөмтәлелеген, компанияның ҡиммәтле ҡағыҙҙарының ликвидлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Ernst & Young, Goldman Sachs (Russia) (финанс консультант) һәм «Хоҡуҡ линияһы» (юридик консультант) «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының үҙгәртеп ҡороу барышындағы консультанттары булып сығыш яһай.

Бүлендек акционерҙар йәмғиәттәре акционерҙарының 26 апрелдәге сираттан тыш дөйөм йыйылыштарында «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡушылыу формаһындағы үҙгәртеп ҡороуға бәйле мәсьәләләр ҡараласаҡ. 27 апрелдә ошо уҡ мәсьәләләр «Башнефть» акционерҙарының сираттан тыш дөйөм йыйылышында тикшереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть