6 декабрь, Шишәмбе

24 апрель 2012 йыл, 10:27

Иртәгә Башҡортостанда 2012 йылғы навигация асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Шаршамбы, 25 апрелдә, Башҡортостанда тантаналы рәүештә навигация асыласаҡ. Йола буйынса сәғәт 11-ҙә Өфөнөң йылға портында «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, почетлы ҡунаҡтар, йылға училищеһы уҡыусылары, журналистар ҡатнашлығында митинг башланасаҡ.

Сираттағы миҙгелгә әҙерләнгән йылға суднолары — буксирҙар, баржалар һәм катерҙар рейдҡа теҙеләсәк. Тантаналы рәүештә 2012 йылғы навигацияға старт биреләсәк.

темалар: анонс