2 декабрь, Йома

24 апрель 2012 йыл, 10:43

Башҡортостан социаль карталар регистрының генераль директоры республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде

автор: «Башинформ»

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән «Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Олег Романов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды.

Рөстәм Хәмитовтың икенсе указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экономисы» тигән маҡтаулы исемгә Рәсәй банкы Башҡортостан Милли банкының Баш иҫәпләү-касса үҙәге начальнигы Ғәзинур Сөләймәнов лайыҡ булды.