7 декабрь, Шаршамбы

24 апрель 2012 йыл, 10:04

«Ата-әсәләр» көнөндә Өфөлә «Башавтотранс» зыяратҡа автобус маршруттары ойошторҙо

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөгөн Православие динен тотоусы христиандар мәрхүмдәрҙе махсус иҫкә алыу көнө — Радоницаны билдәләй. Икенсе төрлө «ата-әсәләр» көнө тип аталған был датала «Башавтотранс» дәүләт компанияһы Өфөлә йола буйынса ҡала һәм Тимашево ҡасабаһы менән Затон биҫтәһендә урынлашҡан ҙур зыяраттар араһында махсус маршруттар ойоштора.

24 апрелдә «Башавтотранс» автобустары Көньяҡ зыяратҡа — «Галле Округы» һәм «Иван Якутов исемендәге парк» туҡталышынан, Төньяҡ зыяратҡа Төньяҡ автовокзалдан, Колхоз баҙарынан һәм «Машина эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы туҡталыштарынан китәсәк.

— «Башавтотранс» күп йылдар дауамында «ата-әсәләр» көнөндә махсус линияларға автобустар сығара, — ти 3-сө автопредприятие директоры Александр Черноусов. – Теләге булғандарҙың барыһы ла мәрхүм туғандарына хөрмәт күрһәтә алһын өсөн, беҙҙең автобустар көсәйтелгән режимда эшләй.  

Радоницаны — уны икенсе төрлө «Мәрхүмдәр Пасхаһы» ла тиҙәр — Христос Терелеүе байрамынан һуң туғыҙынсы тәүлектә билдәләйҙәр. Йола буйынса был көндө мәрхүмдәрҙе хөрмәтләп иҫкә алалар, туғандарҙың ҡәберен тәрбиәләйҙәр.