6 декабрь, Шишәмбе

24 апрель 2012 йыл, 10:16

Өфөлә Ф.И.Шаляпин исемендәге IX «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы старт ала

автор: Розалия Вәлиева

Ф.И.Шаляпин исемендәге IX «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы Өфөлә 26-28 апрелдә үтәсәк.

Конкурс Халыҡ-ара Шаляпин үҙәгенең Өфөләге бүлексәһе менән берлектә ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы менән ойошторола.

Бәйгелә ҡатнашыусылар дүрт төркөмгә бүленә: 5-7, 8-11, 12-14, 15-17 йәштәрҙәге вокалсылар. Туймазы, Саҡмағош, Иглин, Стәрлебаш, Баҡалы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан йәмғеһе 110 кеше ҡатнаша.

Шулай уҡ IX «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы сиктәрендә төп конкурс программаһында ҡатнашыусы балалар әҙерләгән дөйөм белем биреү һәм балалар музыка мәктәптәренең, өҫтәмә белем һәм тәрбиә биреү, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының, үҫмерҙәр клубтарының иң яҡшы музыка етәкселәре һәм уҡытыусылары асыҡланасаҡ.

28 апрелдә Ф.И.Шаляпин исемендәге концерт залында гала-концерт, конкурс лауреаттарын наградлау тантанаһы үтәсәк.