Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

«Двигателдәр-2012» күргәҙмәһендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сығарылған авиадвигатель тәҡдим ителде

Иҡтисад

«Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте экспозиция сиктәрендә Мәскәүҙә үткән «Двигателдәр-2012» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән сығарылған  АЛ-31ФП двигателенең тулы үлсәмдәге макетын тәҡдим итте.

Әле ӨМЭПБ АЛ-31ФП двигателен эшләгән һәм ремонтлаған илдәге берҙән-бер предприятие иҫәпләнә. Изделие туранан-тура һәм Су-30 самолеттары составында Һиндостанға, Малайзияға һәм Алжирға экспортҡа оҙатыла, тип хәбәр иттеләр берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығында.

Әлеге ваҡытта «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Һиндостандың HAL корпорацияһы менән берлектә Корапут ҡалаһында АЛ-31ФП двигателдәренең лицензиялы производствоһын ойоштороу менән шөғөлләнә.

Белешмә өсөн: АЛ-31ФП – идара ителеүсе тартыу көсө булған боролмалы реактив сопло менән йыһазландырылған ике контурлы турбореактив двигатель. Был ҡулайлама истребителдәрҙең бәләкәй тиҙлектә етеҙ маневрҙар яһай алыуын һәм бындай самолеттарҙың башҡа төрлө уникаль сифаттарын тәьмин итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть