9 декабрь, Йома

23 апрель 2012 йыл, 17:04

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығында халыҡ менән «тура бәйләнеш» ойошторолдо

автор: Любовь Колоколова

«Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостан филиалында халыҡ өсөн Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы етәкселеге менән тәүге «тура бәйләнеш» ойошторолдо. Барлыҡ мәсьәләләр контроль аҫтына алынды һәм алдағы ваҡытта хәл ителәсәк, тип хәбәр иттеләр республика филиалының матбуғат хеҙмәтенән.

«Рәсәй почтаһы» — төрлө йүнәлештә эшләүсе күп профилле предприятие. Барлыҡ мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығы етәкселеге «тура бәйләнеш»тәрҙе даими рәүештә үткәрергә ҡарар итте.

Халыҡ менән туранан-тура аралашыу «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы клиенттарын хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙың береһе булып тора.