Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Игенселәр дым ҡаплау эштәрен тамамлай

Иҡтисад

Башҡортостан баҫыуҙарында планлаштырылған майҙандарҙың 70 проценттан ашыуында дып ҡапланған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Ике көндә тырматыу эштәре тулыһынса тамамланасаҡ.

Әле башлыса сәсеү эштәре алып барыла. Бөгөнгө көндә республика аграрийҙары 122 мең гектарҙа яҙғы сәсеү үткәргән. Планға ҡарата был — алты процент.

Бер аҙнала 106 мең гектарҙа  яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән, был — планлаштырылғандың ундан бер өлөшө. Яҙғы сәсеү буйынса Саҡмағош хеҙмәтсәндәре алдынғылыҡҡа сыҡты. Район хужалыҡтары майҙандарының 22 процентында яҙғы сәсеү үткәрелгән, ә иген сәсеү буйынса план 35 процентҡа үтәлгән.

Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында сәсеү эштәре белеп ойошторолған. Был райондарҙың сәсеү агрегаттары әле планлаштырылған майҙандарҙың 10 проценттан ашыуын артта ҡалдырған.

Республикалағы бөтә райондар ҙа сәсеүгә төшкән. Яҙғы сәсеү Урал аръяғының биш районында ғына башланмаған әле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть