4 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2012 йыл, 16:43

Башҡортостан май байрамдарын ҡаршыларға әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан май байрамдарын ҡаршыларға әҙерләнә. Уларҙы үткәреү тәртибе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов үткәргән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамында төп саралар профсоюздар менән ойоштороласаҡ, ғәҙәттә, улар 1 май көнөн Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ билдәләй.  

Был юлы республика профсоюздарының төп байрам акцияһы «Ғәҙеллек төҙөү!» девизы аҫтында үтәсәк. Йола буйынса ул Өфөлә Дәүләт академия рус драма театры алдындағы майҙанда үтәсәк. Лайыҡлы хеҙмәт һәм эш хаҡы, халыҡты тулыһынса эш һәм хәүефһеҙ эш шарттары менән тәьмин итеү акцияла ҡатнашыусыларҙың төп талаптары буласаҡ.

Азамат Илембәтов шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 67 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек хаҡында әйтеп үтте.

— Ветерандар һаны көндән-көн кәмей, һәм беҙҙең төп бурыс — әле иҫән булғандарҙың һәр береһе хаҡында иҫләү, ололарға ярҙам итеү. Быны ысын күңелдән, бөтә йөрәктән башҡарыу зарур, — тине Азамат Илембәтов.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов Башҡортостан буйынса 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Төбәктә улар ни бары 4,7 мең кеше ҡалған. Улар араһынан 2,5 меңе – инвалид. Һуғыш ваҡытында ғәмәлдә булған армия составына инмәгән хәрби частарҙа хеҙмәттә булған хеҙмәткәрҙәр республикала – меңдән ашыу кеше, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән наградланыусылар – ике йөҙҙән ашыу кеше, тыл хеҙмәтсәндәре 63,5 мең кеше иҫәпләнә.

Республика Хөкүмәтендә Еңеүгә 67 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә төп сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса план раҫланған. Шулай итеп, Өфөлә 4 майҙа байрам концерты һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн Конгресс-холда тантаналы сара ойоштороласаҡ. 9 майҙа Еңеү паркының мемориаль комплексында сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк.

темалар: байрамдар