9 декабрь, Йома

23 апрель 2012 йыл, 15:40

Өфө уҡыусылары Ер-әсә көнөндә сәскәләр ултыртты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Үткән йәкшәмбелә Өфөлә Халыҡ-ара Ер-әсә көнөн билдәләү сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, Өфөнөң мәктәп-интернаттарында уҡыусылар – йәмғеһе 30-ҙан ашыу бала Пушкин һәм Ленин урамдары киҫешкән урында сәскәләр ултыртыуҙа ҡатнашты. Сараны Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.

Мәктәп уҡыусылары волонтерҙар менән бергә өс түтәлдә сәскә ултыртты. Бынан һуң экологик акцияла ҡатнашыусылар теләктәр теләп, күккә һауа шарҙары осорҙо. Аҙаҡтан балалар «Макдоналдс» ресторанына байрам ашына юлланды.

Балалар һүҙҙәренсә, был сара уларға бик оҡшаған. БДМУ ректоры Валентин Павлов билдәләүенсә, бындай акциялар бик актуаль, балалар өсөн улар кәрәкле һәм файҙалы.

— Әгәр һәр беребеҙ инвалид балалар өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш эшләһә, уларҙың тормошо яҡшыраҡ буласаҡ — тип иҫәпләй ул.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Таһир Ғизәтуллин да вуз ректоры фекере менән килешә.

— Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге менән Йәштәр палатаһы мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы яҡлау өлкәһендә күптән бергә эшләй инде, — тине Таһир Ғизәтуллин. – Бындай саралар балалар өсөн бик мөһим, тип иҫәпләйбеҙ. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙур шатлыҡ менән уларҙа ҡатнаша, ә беҙгә уларҙың шат йөҙҙәрен күреү – ҙур ҡыуаныс.