9 декабрь, Йома

23 апрель 2012 йыл, 15:10

Сергей Молчанов Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы рәйесе итеп һайланды

автор: Марина Шумилова

«Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы Идараһының сираттағы ултырышында Ассоциация Идараһы рәйесе итеп бер тауыштан Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов һайланды.

Ассоциацияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ойошма етәксеһен ваҡытынан алда һайлау кәрәклеге «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы Идараһы рәйесе Илдан Мусиндың «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнеүе менән аңлатыла.

Белешмә өсөн. Сергей Александрович Молчанов 1960 йылда Башҡортостан республикаһының Бәләбәй районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1976 йылда «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында слесарь булып башлай. 1982 йылда Һарытау политехник институтын тамамлай. 1982–1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1984–1990 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһе Октябрьский технологик транспорт идаралығының ремонт-механика оҫтаханаһы мастеры, начальнигы; 1990–1994 йылдарҙа — «Калибр» кооперативының участка начальнигы, рәйес урынбаҫары; 1994–1997 йылдарҙа — эшҡыуар; 1997–2000 йылдарҙа — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводының бүлек начальнигы, коммерция буйынса директор урынбаҫары; 2000–2003 йылдарҙа — Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары; 2003–2005 йылдарҙа — Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы; 2006 йылдан — Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Башҡортостан Республикаһының 2-се разрядлы ғәмәлдәге муниципаль советнигы. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре», Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Рәсәй һәм Башҡортостандың бер нисә министрлығы һәм ведомствоһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.