4 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2012 йыл, 15:08

«Минең республикам» йәштәр экологик акцияһында 500-гә яҡын кеше ҡатнашты

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә старт алған «Минең республикам» йәштәр социаль-экологик акцияһының беренсе этабында 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Йәштәр эштәре һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар иҫәбендә — 17 уҡыу йорто һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре. Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы, Өфө авиация техникумы, Башҡортостан кооператив техникумы, Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы, студенттарҙың «Изге йөрәк» махсус отряды (БДАУ), «БР Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы» төбәк йәштәре йәмәғәт ойошмаһы, БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге активистары сарала әүҙем ҡатнашты.

БР Йәштәр эштәре һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин билдәләүенсә, акцияла ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта.

Йәштәр Ағиҙел йылғаһы буйын сүп-сарҙан таҙартты. Йәмғеһе 40 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды.

Иң күп сүп-сар йыйыусы командалар өсөн Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге грамоталар һәм приздар тапшырҙы. Акция һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты командаһы сыҡты. Икенсе урынды Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенттары яулаһа, Башҡорт дәүләт аграр университеты активистары өсөнсө булды.

Өмә «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» халыҡ-ара экологик акцияһы сиктәрендә үткәрелде.

Сараны ойоштороусылар булып Өфөнөң Киров районы хакимиәте һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамында БР Йәштәр эштәре һәм спорт министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сығыш яһаны.

Беренсе этап 19 майға тиклем дауам итәсәк, икенсеһе ағымдағы йылдың октябрендә старт аласаҡ.