Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикала «Парктар маршы-2012» старт алды

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Парктар маршы — 2012» акцияһы старт алды. Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтарына, «Башҡортостан» милли паркына, тәбиғәт парктарына, заказниктарға, балалар экологик ойошмаларына һәм йәмәғәт берләшмәләренә үҙҙәренең территорияларында акция үткәреү буйынса саралар планын раҫларға ҡушылды. Район һәм ҡала хакимиәттәренә шулай уҡ уны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашырға тәҡдим ителде.

Төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 1 июнгә тиклем экологик акцияға йомғаҡ яһаясаҡ.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова хәбәр итеүенсә, акция саралары 2012 йылға «2004-2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә финанслана.

Республикала «Парктар маршы» акцияһы 1996 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. Балалар, халыҡ иғтибарын айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары, тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итеү акцияның төп маҡсаты булып тора.

— 2011 йылда акция сиктәрендә төрлө саралар – фестиваль, конференция, түңәрәк өҫтәл, лекция, асыҡ дәрес, рейд, һүрәттәр һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, шулай уҡ өмәләр ойошторолдо. Уларҙа яҡынса 25 мең кеше ҡатнашты, 167 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды, 900 сәскә түтәле эшләнде, 50 шишмә һәм һыу һаҡлау зонаһы таҙартылды, меңдән ашыу сыйырсыҡ ояһы эшләнде. «Парктар маршы» акцияһы сиктәрендә ойошторолған экологик өмәләрҙә 934 тоннанан ашыу сүп-сар сығарып түгелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть