3 декабрь, Шәмбе

23 апрель 2012 йыл, 14:29

Благоварҙа немец йыры конкурсы үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Благовар районының Шарлыҡ ауылында «Алексеевка» немец тарих-мәҙәниәт үҙәге ҡатнашлығында халыҡ патриотик йырҙары конкурсы үтте. Сара 1812 йылдағы Ватан һуғышында Еңеүҙең 200 йыллығына арналды. Был хаҡта БР Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр иттеләр.

Конкурста үҙешмәкәр коллективтар, мәктәп уҡыусылары һәм «Volksklang» немец халыҡ ансамбле ҡатнашты, «Volksklang» «Heimat» («Тыуған ил») йырын башҡарҙы. Немец телендәге йырҙарҙан тыш конкурста рус, украин һәми татар телдәрендә лә патриотик йырҙар яңғыраны. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

темалар: милли сәйәсәт